Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 15:45

“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”

Өфөләге медицина колледжында медицина һәм лаборатория анализы эшләү буйынса ярыштылар.

“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”

Өфөләге медицина колледжында медицина һәм лаборатория анализы эшләү буйынса ярыштылар.

- Башҡортостандан, Ульяновск, Пенза өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан барлығы 10 ҡатнашыусы беҙҙең майҙансыҡта үҙ көсөн һынай, - тип белдерҙе баш эксперт Анастасия Озерова. – Улар – лаборатория диагностикалауы белгеслеге буйынса студенттар һәм уҡыу йортон тамамлағандар. Улар дөйөм клиник һәм башҡа анализдарҙы эшләү буйынса үҙ көсөн һынай.

Карина Бәширова – Өфө ҡыҙы. Өләсәһе Йәмлиха Лотфулла ҡыҙы ярты быуаттан ашыу баш ҡалабыҙҙағы 8-се дауахананың лаборатория бүлексәһендә эшләгән. Әле ейәнсәре уның данлы юлын дауам итә.

- Ҡәҙерле кешемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым. Чемпионатҡа килгәндә, ошондай сараларҙа бик ихлас ҡатнашам, - ти ул.

Софья Зимина – Өфө медицина колледжының IV курсы студенткаһы. Тырыш ҡыҙ спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. “Массажист булғым килә. Бындай сараларҙа иһә тәжрибәмде арттырыу, башҡаларҙың эшен ҡарау өсөн ҡатнашырға тырышам”, - ти ул.

Әйткәндәй, чемпионатта ирекмәндәр ҙә байтаҡ ине. Уларҙың береһе Глеб Холев – Мәскәү ҡалаһынан. “Үҙем былтыр Ҡазанда үткәрелгән ошондай уҡ сарала ҡатнашҡайным. Быйыл иһә ирекмән итеп һайлап алдылар”, - ти ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
“Өләсәйемә ҡарап, мин дә медицина юлын һайланым”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас