Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 03:52

Һорауҙар кәмемәй әле

“Иң яҡшы вакцина минең өсөн ниндәйе?”, “Ҡайһы вакцина ҡулайлыраҡ булыр?”

Был һорауҙарҙы ҡарты ла, йәше лә йыш биреүсән. Рәсәйҙә теркәлгән бөтә вакциналар ҙа тәьҫирле һәм хәүефһеҙ. Поликлиникала бөгөн ниндәйе бар, шуныһын ҡаҙатығыҙ, ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре. Әгәр ҙә хроник сирҙәрегеҙ йәки һаулыҡҡа ҡағылған башҡа үҙенсәлектәрегеҙ бар икән, был хаҡта табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

“Мин коронавирус сирен үткәрҙем, прививка яһатмаһам да буламы?”

COVID-19 менән ауырыған булһағыҙ ҙа, прививка яһатыу кәрәк. Сирҙән һауыҡҡан кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы иммунитет көсәйеүе билдәле, әммә уның күпмегә һуҙылыуы, һеҙҙең вирустан нисек яҡланғанлығығыҙ билдәле түгел. Вакциналар ышаныслы яҡлау сараһы булып тора. Методик тәҡдимдәргә ярашлы, коронавирус инфекцияһын үткәргәндән һуң ярты йыл үткәс, прививка эшләтергә кәрәк.

 

“Вакцина ДНК-ға тәьҫир итә аламы?”

Юҡ, вакциналарҙың береһе лә ДНК-ға тәьҫир итмәй. Улар организмдың иммун күҙәнәктәрен коронавирустың генетик материал өлөшсәләре менән таныштыра һәм күҙәнәктәр уларҙы иҫендә ҡалдыра, вирустан һаҡланыу өсөн антиесемдәр эшләп сығара башлай.

 

“Коронавирусҡа ҡаршы вакциналар бала табыу һәләтенә кире тәьҫир яһай аламы?”

Ниндәй ҙә булһа вакцинаның ҡатын-ҡыҙҙың йәки ир-аттың репродук­тивлығына йоғонто яһауы тураһында дәлилдәр юҡ. Рәсәйҙә етештерелгән коронавирусҡа ҡаршы вакциналар тоҡомға тәьҫир итеүҙе баһалау буйынса тейешле һынауҙарҙы барыһынан да элек лаборатор хайуандарҙа үткән. Кире эҙемтәләр күҙәтелмәгән. Әгәр һеҙ ошо осорҙа ауырға ҡалырға теләһәгеҙ, вакцина яһатҡандан һуң йөклөлөктән баш тартмағыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр.

 

“Вирус үҙгәреп тора, уның яңы варианттарына ҡаршы вакциналар тәьҫирлеме?”

Донъя эксперттары яңы варианттарҙы өйрәнә. Әлегә сир ағышына йәки эпидемия барышына тәьҫир итергә һәләтле патогендар үҙгәреше асыҡланмаған. Әгәр берәй вакцинаның вирус варианттарына тәьҫирлелеге аҙайғаны иҫбатланһа, вакцина составы үҙгәртеләсәк. Вирус таралмаһын һәм мутациялар булмаһын өсөн прививка яһатырға кәрәк. Санитар-гигиена талаптары элеккесә мөһим.

 

“Вакцина үҙе сиргә тестың ыңғай булыуына килтермәйме?”

Юҡ, коронавирусҡа ҡаршы вакцина ПЦР-тестың йәки антигендарға лаборатор тестың ыңғай һөҙөмтә биреүенә килтерә алмай. Тест үткәргәндә әүҙемләшкән сирҙең булыуы тикшерелә, ә кешенең иммунитеты түгел.

 

“Прививканан һуң киҙеүгә хас билдәләр барлыҡҡа килһә, температура күтәрелһә, баш ауыртһа, нимә эшләргә?”

Әгәр ундай реакция күҙәтелһә, борсолмағыҙ, был норма тигән һүҙ. Табип менән кәңәшләшеп, температураны төшөрөүсе, ялҡынһыныуға ҡаршы саралар ҡулланырға мөмкин.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА 

Читайте нас