Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2022, 03:47

Һәр бала ғаиләлә үҫһен

v7u.orgv7u.org
Фото:v7u.org

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ғаиләгә урынлаштырыу ҡаралған балалар банкы тураһында һөйләнеләр.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Табо­линаның билдәләүенсә, бөгөн был банкта 18 йәшкә тиклемге етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар тураһындағы анкеталар бар, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

“Балалар тураһындағы мәғлүмәттәр етем балалар ғаиләгә урынлаштырылғанға тиклем яңыртыла бара. Шуныһы ҡыуаныслы: сентябрҙә 100 бала үҙ йортон, әсәһен һәм атаһын тапты”, – тип һөйләне Анна Таболина. Төбәк банкында ғаиләгә урынлаштырыу ҡаралған балалар тураһындағы мәғлүмәттәр бар. Унда баланың енесе, исеме, йәше, күҙенең, сәсенең төҫө, ағай-апаһының, һеңле-ҡустыһының барлығы-юҡлығы тураһында белергә мөмкин.

Мәғлүмәттәр банкында бала тураһында белешмә туплағандан һуң, уның менән танышыу өсөн  +7(347)218-03-62 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Әгәр быға тиклем баланы ғаиләгә тапшырыу тураһында йүнәлтмә бирелмәһә йәки ризалыҡҡа ҡул ҡуйылмаһа, буласаҡ ата-әсәгә бала менән осрашыуға рөхсәт бирелә. Законға ярашлы, баланың туғандарының ҡыҙҙы йәки малайҙы үҙҙәренә алырға теләүе тураһындағы һүҙҙәре ризалыҡ биреүгә нигеҙ була алмай.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас