

Бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үлем сәбәптәре буйынса тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Бигерәк тә ишемия, гипертония, киҫкен коронар синдром, баш мейеһе ҡан тамырҙарының зарарланыуы кеүек ауырыуҙарҙан ғүмер өҙөлөү осраҡтары күп, шуға күрә йөрәк-ҡан тамырҙарын булдырмау өсөн уларҙы иҫкәртеү, алдан асыҡлау һәм үҙ ваҡытында дауалау фарыз.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү, бындай сирлеләрҙең махсус медицина ярҙамынан файҙаланыуҙы арттырыу өсөн эшләнә.
Республиканың кардиология үҙәгендә йыл һайын 16 меңдән ашыу операция һәм тикшереү үткәрелә. Әлеге ваҡытта 39 тирәһе трансплантация эшләнгән. Республика биләмәһендә шулай уҡ туғыҙ Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, алты беренсел ҡан тамырҙары бүлеге һәм бер шәхси Ҡан тамырҙары үҙәге бар. Һуңғы биш йылда төбәктә миокард инфарктынан үлем осраҡтары 22,1 процентҡа артҡан.
Йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһының төп сәбәбе – заман кешеһенең йәшәү рәүеше үҙенсәлектәре, шуға күрә һаулығығыҙға һаҡсыл ҡарағыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ, күберәк хәрәкәт итегеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА