Башҡортостан Республикаһы тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында БЮТ телеканалында үткәреләсәк махсус брифингта һөйләйәсәктәр.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың балалары өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу, лагерҙарҙа ял итеү, "Һөт кухняһы" продукцияһы - бөтәһе 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы.
Атап әйткәндә, кемдәргә льготалар ҡаралған?
Тулы исемлекте ҡайҙан табырға?
Ниндәй документтар кәрәк?
Ҡайҙа һәм нисек мөрәжәғәт итергә?
Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында, шулай уҡ телеканалдың, Башҡортостан Хөкүмәтенең, Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм "Аңлатабыҙ.Башҡортостан" социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә эксперттар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.
Ҡарамай ҡалмағыҙ! Брифинг 24 октябрҙә 19:00 сәғәттә башлана.
+20 °С
Болотло


