

Украинала һәләк булған Башҡортостан һалдатының хыялы тормошҡа ашырылды - уның ата-әсәһенә йорт төҙөлдө. Илеш районынан Марат Мостафиндың теләген ярты йыл эсендә тормошҡа ашырҙылар. Был турала Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Егет контракт буйынса Рәсәй армияһында хеҙмәт иткән һәм май айында үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған. Ә ул үҙенең олатаһының тыуған төйәге Тәжәй ауылында йорт төҙөргә хыялланған.
Район хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, Марат иҫтәлегенә арналған матәм митингында уның әсәһе Зөлфирә Шәмсиәхмәт ҡыҙы улының хыялы хаҡында һөйләгән. Шунан һуң ғаиләгә ярҙам итергә булғандар. Хакимиәт шәхси йорттар төҙөгән намыҫлы подрядсыны тапҡан. Артабан даими рәүештә төҙөлөш барышын күҙәткәндәр, ҡатынға кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам иткәндәр.
Яңыраҡ төҙөлөш тамамланған, Зөлфирә Шәмсиәхмәт ҡыҙы район башлығы Илдар Мостафинды һәм уның хеҙмәттәштәрен өй туйларға саҡырған.
- Мараттың хыялы тормошҡа ашты, ул ҙур йорт төҙөргә теләй ине. Һәм беҙгә ярҙам иттеләр. Барыһы ла - йорт, һарай, мунса иҫке ине, хәҙер бөтәһе лә яңы, мунса ла, гараж да - барыһы ла бар, улым ғына юҡ... - тип көрһөнә һәләк булған яугирҙең әсәһе.
Район хакимиәте башлығы өй туйлаусыларҙы социаль селтәрҙә ҡотлап: "Өй туйлаусыларға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Бер нимәгә ҡарамаҫтан, хыялдар тормошҡа ашырға тейеш!" - тип яҙҙы.
Фото: vk.com/ildar_mustafin_ilish?w=wall519008201_1112%2Fall