Социаль мәсьәлә
25 Октябрь 2022, 09:15

Етем балаларға торлаҡ биреү хаҡында һөйләштеләр

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте түбәндәгеләрҙе хәбәр итте.

Етем балаларға торлаҡ биреү хаҡында һөйләштеләрЕтем балаларға торлаҡ биреү хаҡында һөйләштеләр
Етем балаларға торлаҡ биреү хаҡында һөйләштеләр

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткәрелгән  Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә етем һәм ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ биреү мәсьәләһе хаҡында һөйләштеләр.

Премьер-министр быйыл Башҡортостанда 18 йәштән өлкән етем балаларҙы торлаҡ менән тьмин итеүҙә йыйылған бурысты бөтөрөү буйынса программаның ҡабул ителеүе хаҡында белдерҙе.

- Программа 2025 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ һәм дүрт меңдән ашыу ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итәсәк. Быйылдан уны финанслауҙы 61 процентҡа арттырҙыҡ. Ул 1,5 миллиард һумдан ашты, - тине Андрей Назаров. – Республикалағы етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – муниципалитеттар ҡарамағында. Төҙөклөк талаптарына яуап биргән торлаҡ биналарының булмауы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Уны хәл итеү өсөн муниципалитеттарға экстерриториаль – сиктәш муниципаль берәмектәр менән берлектә эшләү принцибы менән етемдәргә торлаҡ бинаһын алыу хоҡуғын бирҙек.

Был йүнәлеш буйынса алып барылған эш буйынса республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Егор Родин һөйләне. Ул торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыу буйынса исемлектә 7857 баланың тороуын белдерҙе. Былтыр республикалағы 762 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде. Быйыл тағы 943 етем баланың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү планлаштырыла.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кәңәшмә аҙағында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тикшерелгән проект ҡарарын раҫларға һәм Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына 15 декабргә тиклем 23 йәше тулғандарға торлаҡ сертификаты менән раҫланған торлаҡ бинаһын һатып алыуға социаль түләүҙәрҙе биреү тәртибен раҫлауға әҙерләргә ҡушты.

Текст һәм фото: https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/491984/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас