

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев Башҡортостанда заманса ҡала мөхите булдырыу буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышын үткәрҙе. Комиссияла ошо конкурста ҡатнашырға дәғүә иткән ете ғаризаны ҡаранылар.
Быйыл Заманса ҡала мөхите проекттары буйынса Тамбовта уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында ошо сараны киңерәк үткәрергә ҡарар ителгәйне. Был турала Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин белдерҙе.
“Президент башланғысы менән киләһе йылдан алып приз фондының күләме арттырыла – ул 20 миллиард һумғаса буласаҡ. Шуға күрә быйыл тағы бер конкурс үткәрергә тәҡдим итәм, уның йомғаҡтары буйынса 80 еңеүсе билдәләнәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар исемлеге лә киңәйтелә – унда халҡы 200 мең кешегә саҡлы булған ҡалалар ҙа ҡатнаша аласаҡ”, – тине Михаил Мишустин.
Беҙҙең республиканан проекттарҙы муниципаль берәмектәр “Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарын үҫтереү институты” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған берекмә ярҙамында әҙерләне. Өҫтәмә конкурста Октябрьский, Нефтекама һәм Cалауат ҡалалары ла ҡатнаша аласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru.