

“Рәсәй Хөкүмәте мобилизацияланған граждандарға ярҙам итеү маҡсатында бер нисә норматив хоҡуҡи актты раҫланы, уларҙың иң мөһимдәренә туҡталып китәм”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышында.
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин ике законға ҡул ҡуйҙы. Тәүгеһе эшҡыуарға мобилизацияланған осраҡта ла үҙ эшенең милексеһе булып ҡалыу мөмкинлеген бирә. Икенсеһенә ярашлы, берҙән-бер ойоштороусыһы мобилацияланған граждан булған эшҡыуар кредит каникулы хоҡуғына эйә. Кредит каникулының оҙайлығы мобилизацияла булыу ваҡытына һәм тағы ла 90 көнгә тиң. Дауаланыу ихтыяжы булғанда, ул артабан оҙайтыла.
Һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр булғанда ла түләү ваҡыты кисектерелә. Ул демобилизациянан һуңғы өсөнсө айға күсерелә.
Шулай уҡ бөтә мобилизацияланғандар өсөн һалым отчеттарын тапшырыу ваҡытын кисектереү хоҡуғы ла бирелә. Әйткәндәй, уны кисектереү өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла.
Бынан тыш, дәүләт контракттарын башҡарыуҙағы үҙгәрештәр ҙә хоҡуҡи яҡтан нығытыла. Әгәр ҙә мобилизация арҡаһында был контракт үтәлә алмай икән, уның шарттары ҡайтанан ҡарап сығыла.
Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, ҡайһы бер эшмәкәрлеккә рөхсәт ваҡыты оҙайтыла. Был хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған компанияларға ҡағыла.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19225/