

Башҡортостандағы балалы, шул иҫәптән игеҙәк ҡыҙҙары йәки улдары булған ғаиләләр ниндәй ярҙамға өмөт итә ала? Кемдең ташламаға хоҡуғы бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш каналындағы “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙа табырға мөмкин.
Әйткәндәй, 1 сентябрҙән республикала йәшәүселәр пособие алыу өсөн бер ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә тапшыра ала. Һөҙөмтәлә уларҙың бер юлы биш төр ярҙамға хоҡуғы бар. Улар:
- балаға пособие;
- күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына пособие;
- коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәргә компенсация;
- балалары булған студент ғаиләләре өсөн пособие;
- өс йәшкә тиклемге, шулай уҡ бер юлы ике һәм унан күберәк балалар тыуған ғаиләләргә түләүҙәр.
Фото: resbash.ru