Социаль мәсьәлә
31 Октябрь 2022, 06:45

"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына түбәндәге телефон аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03  

"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!""Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Ейәнсура районындағы Ирекмәндәр штабына утын әҙерләүҙә ярҙам һорап 23 кеше мөрәжәғәт иткән, әле 17 ғариза үтәлгән, ҡалғандары буйынса эш дауам итә.

Ейәнсура ирекмәндәре "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" сыҡырыуы аҫтында эшләй. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

- Мобилизацияланғандарҙың туғандары күрһәтелгән иғтибарҙан ҡәнәғәт һәм уларға ярҙам өсөн рәхмәт белдерә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, М.М. Шайморатов исемендәге штабтың Ейәнсура районындағы бүлексәһе Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 5-се йорт, 114-се кабинет адресы буйынса урынлашҡан. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны – 89273006447, – тип яҙған Радий Фәрит улы.   

Белеүебеҙсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: Радий Хабиров Башкортостан РБ Новости (vk.com)

"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас