Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2022, 11:45

32 миҙал яуланылар

"Һәр ҡатнашыусының карьераһында был беренсе аҙым булыр..."

32 миҙал яуланылар32 миҙал яуланылар
32 миҙал яуланылар

Башҡортостандың йыйылма командаһы “Абилимпикс” инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионатта 32 миҙал яуланы. Уларҙың етәүһе – алтын, 12-һе – көмөш, 13-ө – бронза.

Сараның әҙерлек этабы сентябрҙә үткәрелде. Мәскәүҙә ойошторолған финал ярыштарында иһә Башҡортостандан 41 кеше – 21 “уҡыусы”, 16 “студент”, дүрт “белгес” үҙ көсөн һынаны.  Конкурста ҡатнашыусылар визаж, энә менән бәйләү, тәржемәсе, мәктәпкәсә белем биреү кеүек компетенциялар буйынса ярышты.

Милли чемпионатта 40 компетенция буйынса еңеүселәр аҡсалата сертификатҡа эйә була. Уларҙы реабилитациялау өсөн техник саралар һатып алыуға йәки өҫтәмә белем алыу өсөн түләүгә файҙаланырға мөмкин. “Чемпионаттағы был триумф артында әллә күпме ныҡышмалы эш икәнлеге тураһында беләбеҙ. “Абилимпикс”та еңеү һәр ҡатнашыусының карьераһында был беренсе аҙым булыр, тип ышанам”, - тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас