Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2022, 07:59

Ҡаршылыҡтар, һис шикһеҙ, емерелер

8 ноябрҙә Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”  форум-күргәҙмәһе асыла. Уны ойоштороуҙың маҡсаты нимәлә?

Ҡаршылыҡтар, һис шикһеҙ, емерелерҠаршылыҡтар, һис шикһеҙ, емерелер
Ҡаршылыҡтар, һис шикһеҙ, емерелер

8 ноябрҙә Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”  форум-күргәҙмә асыла. Уны ойоштороуҙың маҡсаты нимәлә?

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 8 ноябрҙән 10-на тиклем үткәреләсәк был форум-күргәҙмә реабилитация тармағының республикалағы тәүге киң сараһы булып тора. Уны “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” социаль технологиялар үҙәге, “Социум+” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм Президент гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы эшкә ҡушыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторҙо.

Проекттың маҡсаты: социаль интеграция, инвалидтарҙың белем һәм һөнәри яҡтан үҫеше, реабилитация йүнәлешендәге сәнәғәт продукцияһы етештереүҙе үҫтерергә ярҙам итеү, комплекслы реабилитация системаһын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Сара социаль, медицина, психологик реабилитация өлкәләрендәге белгестәр, реабилитация үҙәктәре етәкселәр, ғилми-ғәмәли институттар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ һаулығы сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.

Тәүге көндә йыйындың төп сараһы – пленар ултырыш үткәреләсәк. Шулай уҡ 30-ға яҡын дискуссия майҙансығы, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡарала. Форум-күргәҙмәнең эшенә Рәсәйҙең ете төбәгенән 70-тән ашыу спикер йәлеп ителә.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 12 төбәгенән реабилитация саралары етештергән 50-нән ашыу предприятие ҡатнашырға теләк белдергән.

Фото: fond-marhamat.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас