

Ноябрҙә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсының федераль этабы үтә. Мәктәп туҡланыуы – мөһим һәм социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙең береһе, сөнки уға балаларҙың һаулығы ла, милләттең киләсәге лә туранан-тура бәйле.
Республика етәкселеге мәктәп туҡланыуын ойоштороуға ғәйәт ҙур иғтибар бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был йүнәлеште һәр ваҡыт өҫтөнлөклөләр рәтендә билдәләй. Социаль селтәрҙә мәктәп туҡланыуына бәйле һуңғы яҙмаларының береһендә ул Өфө ҡалаһының Ғафури урамындағы 35-се белем биреү үҙәгендә мәктәп ашнаҡсыһына ҡуйылған һәйкәл тураһында яҙҙы һәм балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы фекерҙәрен дә уртаҡлашты.
Баш ҡалабыҙҙағы мәктәп биләмәһендә барлыҡҡа килгән скульптура – Рәсәйҙә мәктәп ашнаҡсыһына ҡуйылған тәүге һәйкәл. Уның бейеклеге – яҡынса өс метр. Авторы – Мәскәү скульпторы Андрей Асерьянц. “Бик йылы һәм мәғәнәле ижад емеше килеп сыҡҡан. Һис тә арттырыу түгел: мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы ашнаҡсыларҙың хеҙмәтенә балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге бәйле. Уларға бик ҙур рәхмәтлебеҙ!” – тине үҙенең яҙмаһында Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда балалар туҡланыуын яңы кимәлгә күтәреү өсөн бик күп эш башҡарылыуын, идара итеү командаһының, тәүге сиратта БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Мәғариф һәм фән министрлығының, был эште лайыҡлы атҡарып сығыуын билдәләне. “Мин эш башлаған мәлдә социаль селтәрҙәрҙә ата-әсәләр мәктәптә бирелгән ризыҡтың һыуыҡ, тәмһеҙ, боҙолған булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә ине, хәҙер ундай ялыуҙар юҡ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы.
Мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты йылы аш менән тәьмин ителә – был бик яҡшы күрһәткес. Уларҙың 56 проценты – ташламаға эйә башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән һәм инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән уҡыусылар. Мәктәп белем биреү системаһын үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы, быйыл республиканың 59 белем усағында аш-һыу әҙерләү блогы һәм ашхана яңыртылған.
“Ата-әсәләр тарафынан мәктәп туҡланыуы сифатын контролдә тотоуға ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында эшсе төркөм булдырылды, мәктәп сайттарында һәм электрон журналдарҙа меню һәм ризыҡтарҙың фотолары менән танышырға мөмкин, даими рәүештә асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
Балалар туҡланыуын ойошторған операторҙарға ярҙам күрһәтәбеҙ: бушлай ҡулланыу шарты менән ҡорамалдар бирәбеҙ, улар матди-техник базаны нығытһын өсөн ҡуртым хаҡынан һәм коммуналь түләүҙәрҙән азат итәбеҙ.
Туҡланыу йәһәтенән үҙенсәлеге булған балаларға айырым хәстәрлек булдырабыҙ: диабет, целиакия, фенилкетонурия, аллергия кеүек сире булғандарға махсус меню эшләнгән. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеү. Беҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең, Башҡортостандың ризыҡтары менән туҡландырырға тырышабыҙ.
Башҡортостандағы балалар туҡланыуын федераль эксперттар тотош илдә иң яҡшылар рәтендә баһалай. Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса ҡеүәтле, системалы хеҙмәтебеҙҙе Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) илдә иң һәйбәте тип билдәләне, ә инде Бөтә Рәсәй мәктәп туҡланыуын үҙгәртеп ҡороу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр конкурсында Башҡортостан икенсе урынды яуланы.
Балалар туҡланыуы – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Артабан да камиллашыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Эйе, бөгөн мәктәп туҡланыуы өр-яңы кимәлгә күтәрелде, тип ышаныс менән әйтеп була. Был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен билдәләгән кәрәкле норматив акттар ҡабул ителгән, планға ярашлы һөҙөмтәле саралар ойошторола. Былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтарынан күренеүенсә, ыңғай динамика күҙәтелә – хоҡуҡ боҙоуҙар һаны кәмей. Мәҫәлән, сифатһыҙ продукцияны файҙаланыу осраҡтары – 83 проценттан 17 процентҡа, ризыҡ әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һаны ла 64 проценттан 36 процентҡа тиклем кәмегән.
Башҡортостандың был өлкәләге һөҙөмтәле эшмәкәрлеге ил кимәлендә лә билдәле, шуға күрә Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсының федераль этабы тап беҙҙең республикала үтеүе осраҡлы хәл түгел. “Был сараны лайыҡлы кимәлдә ойошторорға тейешбеҙ”, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо мәсьәләгә арналған кәңәшмәлә.
Быйыл октябргә ҡарата республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағындағы “Социаль туҡланыу идаралығы” учреждениеһы мәғариф ойошмаларына – 552, шул иҫәптән граждандарҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә 109 тикшереү ойошторған.
– Яңы уҡыу йылы башланғандан алып 53 мәктәпкә барҙыҡ, граждандарҙың 35 мөрәжәғәтен ҡараныҡ, шуларҙың 23-ө – мәктәптә туҡланыу сифаты мәсьәләләре буйынса, 12-һе балалар баҡсаһына ҡағылышлы булды. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә урындарға барып тикшерелде. Шулай уҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа ата-әсәләр менән осрашыуҙар үткәрҙек. Иҫкәрмәләр муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә бөтөрөлә, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Азат Асҡаров.
1 сентябрҙән Донецк, Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән уҡыусылар бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә улар – 225 уҡыусы. “Ваҡытлыса торлаҡта йәшәгән уҡыусылар ғына түгел, унда йәшәмәгәндәр ҙә түләүһеҙ туҡланыу менән тәьмин ителә”, – тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Әле республика етәкселеге, мәктәп туҡланыуы өсөн яуаплы ведомстволар алдында мөһим һәм яуаплы эш – ноябрҙә Башҡортостанда үтәсәк Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсының федераль этабын лайыҡлы ойоштороу бурысы тора.
ФЕКЕРҘӘР
Гүзәлиә АБЗАЛОВА, ике бала әсәһе:
– Ҡыҙҙарыбыҙ Аделина менән Миранда Өфө ҡалаһындағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында уҡый. Көнөнә ике тапҡыр, иртәнсәк – бушлай, төшкөһөн түләүле ашайҙар. Туҡланыу сифатынан ҡәнәғәтбеҙ, һәр хәлдә мәктәптән “асыҡтым” тип ҡайтып инмәйҙәр. Әгәр күңелдәренә ятмаған ризыҡ булып, йылы ашты тулыһынса ашамаһалар, буфеттан бөйөрөк һатып алалар. Әйткәндәй, беҙҙең лицей ашханаһында ҡамыр ризыҡтарын бик тәмле бешерәләр, яратып, маҡтап ашайҙар.
Фәнисә ИМАМЕТДИНОВА, өс бала әсәһе:
– Улдарымдың өлкәне – IX, уртансыһы V класта уҡый, иң бәләкәйебеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙуры менән бер мәшәҡәт тә юҡ, сөнки һайланмай ашай. Әйткәндәй, ул һуңғы йылдарҙа мәктәптә туҡланыу кимәленең ныҡ һәйбәтләнеүен йыш ҡына әйтеп ала. Бер нисә йыл элек мәктәп ашханаһына йөрөүҙән баш тартып, йә буфеттан, йә гимназия янындағы магазиндан берәй ризыҡ алып ҡапҡылай торғайны, хәҙер улай итмәй. Уртансы улым менән мәшәҡәтлерәк, сөнки сөгөлдөр, кәбеҫтә аштарын, ҡайһы бер бутҡаларҙы яратмай. Кискеһен мәктәп сайтына инеп, менюҙы ҡарап ҡуябыҙ. Әгәр оҡшамаған ризығы булһа, йә өйҙән берәй ашамлыҡ һалам, йә буфеттан һатып ала. Әммә ундай осраҡтар бик һирәк була, сөнки төшкө йылы аш беренсе һәм икенсе ризыҡтан тора, икеһенең береһен барыбер ашап ҡуя. Салаттар, һуттар, еләк-емеш даими бирелә, шуға күрә мәктәп туҡланыуына ҡарата дәғүәм юҡ.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА