

4 – 6 ноябрҙә, байрам көндәрендә, Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сараларҙың үткәрелеүен иҫәпкә алып, махсус медицина, шул иҫәптән юғары технологиялы, стационар шарттарында ярҙам күрһәткән подразделениеларҙың эшмәкәрлеге тәүлек әйләнәһенә тәьмин ителәсәк.
Дауаханалар һәм поликлиникалар түбәндәге режим буйынса эшләйәсәк:
4 ноябрҙә иртәнге 8-ҙән киске 17 сәғәткә тиклем халыҡты коронавирус инфекцияһынан иммунизациялау тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.
4 ноябрҙә, республиканың “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһының дарыухана ойошмаларының эш графигына ярашлы, табиптар рецебы буйынса дарыуҙар һатыласаҡ.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.