Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2022, 13:27

Был сара республика өсөн социаль әһәмиәткә эйә

  Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы  ағзаһы Алина Хәбирова “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”  форум-күргәҙмәһе буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Был сара республика өсөн социаль әһәмиәткә эйәБыл сара республика өсөн социаль әһәмиәткә эйә
Был сара республика өсөн социаль әһәмиәткә эйә

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы  ағзаһы Алина Хәбирова “Ҡаршылыҡтарҙы емереп”  форум-күргәҙмәһенә аңлатма бирә.

“8 ноябрҙән 10-на саҡлы Өфөләге “Торатау” конгресс-холындағы асыласаҡ был сара республикабыҙ өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә, – тине Алина Хәбирова. – Уның программаһы ла бай һәм төрлө яҡлы. Тәүге тапҡыр федераль спикерҙар һәм иң яҡшы белгестәр, инвалидтар үҙҙәре бер майҙансыҡта йыйыла. Тематика киң, хәл ителмәгән проблемалар ҙа бар, форум майҙансығы уларҙың ҡайһы берҙәрен шунда уҡ хәл итеү мөмкинлеге бирә. Бындай ҙур форумдарҙа һәр саҡ башҡа төбәктәрҙән килгән хеҙмәттәштәрең менән фекер алышырға, тәжрибә уртаҡлашырға була”.

Фото Алина Хәбированыҡы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас