Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2022, 03:30

Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән

Фельдшер Зәлифә Ғатауллина көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликлиникаға йөрөп эшләй.

Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткәнЮл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән
Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән

2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә үткәрелгән конкурстарҙың береһендә ҡатнашҡан Зәлифә Ғатауллина ла бар ине. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Зәлифә Ғатауллина Златоуст медицина училищеһын тамамлаған, йыл да белемен камиллаштырырға ынтылған. Хеҙмәт стажы – 38 йыл. Тормош девизы: “Төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға”.

Фельдшер көн дә Мәсәк ауылынан Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан поликлиникаға йөрөп эшләй. Ҡыйыу ҡатынға әллә күпме тапҡыр юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға, төтөн менән ағыуланғандарға һәм бихисап ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.

Һәр һөнәр эйәһенә генә хас айырым сифаттар була. Фельдшерҙарға иһә ауыр тормош хәлдәрендә юғалып ҡалмау, үҙеңде тиҙ ҡулға алыу, ашығыс рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек һыҙаттар хас. Зәлифә Ғатауллина ла тап шундайҙарҙан. Уны дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар, көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

Фотолар: З. Ғатауллинаның шәхси архивынан.

 

Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән
Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән
Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән
Юл-транспорт фажиғәһенә тарығандарға ла ярҙам иткән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас