Социаль мәсьәлә
4 Ноябрь 2022, 15:30

Өфөлә - иң ҙур реабилитация индустрияһы форумы

"Беҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә, үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итәбеҙ".

Өфөлә - иң ҙур реабилитация индустрияһы форумыӨфөлә - иң ҙур реабилитация индустрияһы форумы
Өфөлә - иң ҙур реабилитация индустрияһы форумы

8-10 ноябрҙә Өфөләге “Торатау» конгресс-холында “Кәртәләрҙе емереп” беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе уҙғарыла. Ул Башҡортостанда үткәрелгән иң ҙур реабилитация индустрияһы форумын тәшкил итә.

Форум барышында 8 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Кәртәләрҙе емереп 2022” туғыҙынсы төбәк-ара балалар ижады фестиваленең гала-концерты була.  Физик мөмкинлектәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, иң һәләтле һәм әүҙем балалар бер сәхнәлә сығыш яһай.

Быйыл фестиваль “Балалар балаларға” форматында уҙғарыла һәм “Кәртәләрҙе емереп” инклюзив фестивалендә, “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Факел” корпоратив фестивалендә ҡатнашыусыларҙы берләштерә.

– Быйылғы фестивалдең девизы – “Һинең яңы мөмкинлектәрең”. Ә яңы мөмкинлектәр – ул сикһеҙ, ҡаршылыҡһыҙ яңы офоҡтар, өр-яңы дуҫтар һәм ҡыҙыҡһыныуҙар. Беҙ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә, үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итәбеҙ. Фестивалдән һуң эргәбеҙҙә суперһәләтле кешеләр тағы ла артһын! – тине фестивалде ойоштороусы, “Кәртәләрҙе емереп” үҙәге директоры, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова.

Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 12 төбәгенән 376-нан ашыу эш ҡабул ителде. Балалар һәм коллективтар вокал, хореография, инструменталь ижад һәм үҙенсәлекле жанр кеүек дүрт номинацияла сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә жюри ағзалары “Кәртәләрҙе емереп 2022” туғыҙынсы төбәк-ара балалар ижады фестиваленең гала-концертында ҡатнашыу өсөн түбәндәге конкурсанттарҙы һайлап алды:

“Вокаль ижад” номинацияһы:

Лычева Владлена, Һамар өлкәһе

Черемных Кирилл, Свердловск өлкәһе

Бондаренко Софья, Башҡортостан Республикаһы

 

“Хореография” номинацияһы:

Макарова Дарья, Башҡортостан Республикаһы

«Ложкари» балалар инструменталь ансамбле, Татарстан

 

“Инструменталь ижад” номинацияһы:

Карпинский Арсений, Башҡортостан Республикаһы

Хачатрян Мурад, Башҡортостан Республикаһы

 

“Үҙенсәлекле жанр” номинацияһы:

Мостаева Милена, Башҡортостан Республикаһы

Лачков Владимир, Мари Иле

“Бергә” балалар телевидение, кино һәм фото студияһы, Башҡортостан Республикаһы.

Шулай уҡ Гала-концертта проект талисманы – Ломбарьер эте ҡатнаша.

Гала-концертта сығыш яһаусылар өсөн баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына, күптән түгел асылған генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә экскурсия ойошторола.

Гала-концерт алдынан 18-45-тә фестивалде ойоштороусылар ҡатнашлығында матбуғат туры ойошторола. Шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фойеһында фестиваль ҡунаҡтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелгән интерактив зона асыла.

Сараға инеү ирекле, гала-концерт киске сәғәт  7-лә башлана.

Фото: “Кәртәләрҙе емереп” фестивале сайты.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас