

8 – 10 ноябрендә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Кәртәләрҙе емереп” беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе уҙғарыла. Ул Башҡортостанда үткәрелгән күләмле реабилитация индустрияһы форумын тәшкил итә.
Башҡортостандағы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум барышында “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Мәскәү ҡалаһының “Ортомода” компанияһы инклюзив мода күрһәтеү сараһын ойоштора.
– Йыл һайын үткәрелгән һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйендәнгән “Таланттар йондоҙлоғо” ижади конкурсы номинацияларының береһе – коляскала йөрөгән инвалид бала өсөн кейем тегеү, – тине “Әсә йөрәге”ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова. – Йыл һайын был номинацияла дизайнсылар, тегенселәр, ата-әсәләр ҡатнаша. Улар коляскалағы балалар өсөн уңайлы, матур кейем уйлап таба.
Башҡортостанда 11 йыл рәттән уҙғарылған “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсында төрлө йылдарҙағы лауреаттар үҙҙәренең коллекцияларын тәҡдим итә. Бынан тыш, ортопедик аяҡ кейеме етештереүҙә махсуслашҡан “Ортомода” компанияһы ла мода күрһәтеүҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
8 ноябрҙә “Әсә йөрәге” советы “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсында төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙең сығышынан торған инклюзив концерт ойоштора.
Ә инде мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған 11-се “Таланттар йондоҙлоғо” ижад конкурсының гала-концерты 29 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башланған тамашаға бушлай индерәләр.