Социаль мәсьәлә
9 Ноябрь 2022, 18:05

Эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Инвалидтарҙы уҡытыу. Эшкә урынлаштырыу һәм эш биреүселәр” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторолдо.

Эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралдыЭшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды
Эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Инвалидтарҙы уҡытыу. Эшкә урынлаштырыу һәм эш биреүселәр” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү ойошторолдо.

Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн эш урыны булыу ҙур әһәмиәткә эйә. Был уларҙың мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алыуы, йәмғиәттә үҙен  кәрәкле кеше итеп тоя алыуы өсөн кәрәк.

 “Бөгөн  республикала 93 меңгә яҡын эшкә яраҡлы йәштәге инвалид иҫәпләнә, шуның 22 проценттан әҙерәге, яҡынса 21 мең кеше генә эшкә урынлаштырылған. Шуға бөгөн беҙ һөйләшеү өсөн генә түгел, ә ниндәйҙер аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү, механизмдар уйлап табыу өсөн осрашыуға йыйылғанбыҙ”, – тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий  Мельников.  

Фото: https://mgazeta.com/articles/novo

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас