Социаль мәсьәлә
9 Ноябрь 2022, 08:30

“Социаль ярҙам аңлайышлы һәм уңайлы буласаҡ”, тине Президент

Берҙәм пособие сабый тыуғандан алып 17 йәшкә еткәнсе түләнәсәк...

“Социаль ярҙам аңлайышлы һәм уңайлы буласаҡ”, тине Президент“Социаль ярҙам аңлайышлы һәм уңайлы буласаҡ”, тине Президент
“Социаль ярҙам аңлайышлы һәм уңайлы буласаҡ”, тине Президент

Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы социаль ярҙам мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә властың бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе яҡлау системаһын тәьҫирлерәк итергә тырышасағын белдерҙе. “Беҙ кешеләр өсөн аңлайышлы, уңайлы, бер бөтөн социаль саралар линейкаһының бала мәктәпте тамамлағанға тиклем ғаиләне оҙатып барыуы өсөн был эште дауам итәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Президент.

Әсәлек капиталы Рәсәйҙә 2026 йыл аҙағына тиклем оҙайтылды. Киләһе йылда ул беренсе балаға 590 мең һумға тиклем артасаҡ, икенсе балаға 780 мең һумға тиерлек етәсәк. Түләүҙәр 1 февралдән башлана.

Шулай уҡ Президент берҙәм Пенсия һәм социаль страховкалау фонды төҙөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарар граждандарға социаль түләүҙәрҙе еңелерәк алырға ярҙам итәсәк. Түләүҙәрҙе автоматик рәүештә йәки бер ғариза буйынса тәғәйенләйәсәктәр.

Киләһе йылдан  бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләр өсөн берҙәм пособиеның уртаса күләме 13 900 һум тәшкил итә. Ул сабый тыуғандан алып 17 йәшкә еткәнсе түләнәсәк. Яҡынса социаль ярҙамды 10 миллион тирәһе бала тәрбиәләгән ғаилә аласаҡ. 1 февралдән инвалидтарға һәм ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ысынбарлыҡтағы инфляция кимәле буйынса индексацияланасаҡ, тине ил етәксеһе.

Тағы бер яңылыҡ һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын (“больничный”) түләүгә ҡағыла. Түләү суммаһы уртаса эш хаҡының 100 процентын тәшкил итәсәк. ”Был түләүҙәргә һәм әсәлек капиталын индексациялауға, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм профессиональ сирҙәрҙе компенсациялауға средстволар һалынған”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин.

Фото: ptoday.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас