

Өфөлә барған “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форум-күргәҙмәһенең бер секцияһы инвалид бала аҫыраған ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләренә арналды.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы асыҡ лекцияны Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова алып барҙы. Форум-күргәҙмә үткәрелгән “Торатау” конгресс-холының бәләкәй залында был лекцияларҙы тыңларға министрлыҡтар һәм ведомстволар, пенсия һәм социаль страховкалау, инвалидтар ойошмалары вәкилдәре, һаулығы сикләнгән граждандар йыйылғайны.
Төп лекция менән Республика халыҡты социаль яҡлау дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Эльвира Абдуллина сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, бөгөн республикала 43 мең инвалид иҫәпләнә, шуларҙың биш меңдән ашыуы – балалар. Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән социаль түләүҙәрҙе ойоштороу идаралығы етәксеһе урынбаҫары Анфиса Вилданованың телмәре һаулығы сикләнгән граждандарға пенсия һәм социаль түләүҙәр тәртибенә арналды.
Сарала шулай уҡ инвалидтар өсөн яңы махсус ҡорамалдар, уларҙы ҡайҙан һәм нисек алыу буйынса аңлатмалар ҙа бирелде. Был турала ентекле итеп Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Баш медик-социаль экспетриза бюроһының Башҡортостан буйынса етәксеһенең ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары Светлана Нагаева һөйләне, ул яңы ҡорамалдар һәм уларҙың өҫтөнлөктәре тураһында слайдтар ҙа күрһәтте.
Сығыш яһағандар бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенсә, социаль ярҙам буйынса ошо сарала әйтелгән һәм башҡа төрлө ярҙам буйынса мәғлүмәтте Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге сайтында, шулай уҡ ошо сайтта күрһәтелгән телефондар буйынса шылтыратып алырға мөмкин. Учреждениеның “ҡайнар линияһы” – 8 (347) 200-80-80. Ошо уҡ телефон буйынса Үҙәктең белгестәренә ҡабул ителеүгә лә яҙылып була.
Автор фотоһы.