Социаль мәсьәлә
10 Ноябрь 2022, 15:45

“Эшһеҙҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте

“Эшһеҙҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ...”“Эшһеҙҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ...”
“Эшһеҙҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ...”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте. “Беҙ хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ. Был йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте ярҙам итә.

2022 йылда Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостанға 1,8 миллиард һум аҡса бүлде. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең яңы компетенцияларға уҡыуы һәм ваҡытлыса эш урындарын булдырыу һөҙөмтәһендә эшһеҙ ҡалыу хәүефе аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡарта алдыҡ. Август-сентябрҙә был һан алты меңгә яҡын – 19,5-тән 14 меңгә тиклем кәмене.

Быйыл хеҙмәт баҙарына ярҙам булараҡ йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында республика бюджетынан 18,4 миллион һум аҡса бүленде. Шулай итеп, Благовар районында “Благовар ҡошсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 105 хеҙмәткәр һөнәри уҡыу үтте.

Белореттағы Урал пружиналар заводы 4,5 миллион һум алды, предприятие мәшғүллекте һаҡлап ҡына ҡалманы, 50-нән ашыу хеҙмәткәр килемен дә һаҡланы.

Ағымдағы йылда беҙгә тағы 1,5 миллиард һум тирәһе аҡса бүлергә ниәтләйҙәр. Йыл һайын республикалағы 1,5 меңдән ашыу эш биреүсе хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн ярҙам аласаҡ, ә 28 меңдән ашыу граждан эшкә урынлаштырыласаҡ”.

Фото: https://vk.com/agnazarov?z=ph

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас