

Шундай ҙа көтөлмәгән хәлдәр була тормошта - сит кешеләр ярҙамына мохтажлыҡ тыуа. Ике улы ла өлөшләтә мобилизацияға алынған Нина Вячеславовна Абатурова уларҙы оҙатҡандан һуң ҡаты сирләп китә, үҙен хеҙмәтләндерә алмай башлай. Әсә ярҙам һорарға мәжбүр була.
Иң тәүгеләрҙән булып “Ҡыҙыл Тәре" төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Надежда Журавлева әсәнең өйөндә була, аҙыҡ-түлек килтерә. Өҫтәүенә уға коляска бүләк итәләр. Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов дауаханала Нина Вячеславовна өсөн айырым палата бүлергә ҡуша.
Хәҙерге ваҡытта әсә инвалидлыҡ юллау өсөн медицина тикшеренеүе үтә һәм дауалана, тип хәбәр итә “Иглин хәбәрҙәре” гәзите.
Сирина Фәррәхова фотоһы.