Социаль мәсьәлә
14 Ноябрь 2022, 14:45

Көнүҙәк мәсьәлә – балаларҙың ялы

500 меңгә яҡын бала ял итте, һаулығын нығытты.

Көнүҙәк мәсьәлә – балаларҙың ялыКөнүҙәк мәсьәлә – балаларҙың ялы
Көнүҙәк мәсьәлә – балаларҙың ялы

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге республика Хөкүмәте ултырышында төбәктә балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.

"Быйыл һауыҡтырыу кампанияһы тамамланды. 500 меңгә яҡын бала төрлө ял формаларынан файҙаланды. 1663 профилле ойошма эшләне, улар республика балалар лагерҙары реестрына индерелде. 2022 йылғы һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороуға Башҡортостан бюджетынан бер миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Ял ойошмаларында бер баланың ял итеүе һәм уны һауыҡтырыу хаҡы 942 һум, йәй 21 көнлөк сменаға юллама хаҡы 19782 һум тәшкил иткән", –тине Андрей Назаров.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин респблика лагерҙарында көнөнә бер урындың күпмегә төшөүе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, киләһе һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышында Башҡортостандағы балалар өсөн ял ойошмаларында көнөнә бер урындың тәҡдим ителгән хаҡы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып индексациялана. Ҡаланан ситтәге стационар лагерҙарҙа тәүлегенә бер баланың ялын – 1045 һум, палаткалы лагерҙарҙа – 267,5 һум, мәктәп яны лагерҙарында тәүлегенә бер балаға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы хаҡын ике тапҡыр туҡланғанда – 140 һум, өс тапҡыр туҡланғанда 207 һум, тип билдәләргә тәҡдим ителә.

– Мәғариф һәм фән министрлығынан 2023 йылғы һауыҡтырыу кампанияһында балаларҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе, инвалидтарҙы ойошҡан ял формалары менән мөмкин тиклем тулыраҡ тәьмин итеүҙе һорайым, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19434/

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас