Социаль мәсьәлә
14 Ноябрь 2022, 16:30

Нәбиевтәр тағы бер бәпес тураһында уйлаймы?

“Бөтә ғаилә минең елкәлә”, - ти билдәле блогер Рөстәм Нәбиев.

Нәбиевтәр тағы бер бәпес тураһында уйлаймы?Нәбиевтәр тағы бер бәпес тураһында уйлаймы?
Нәбиевтәр тағы бер бәпес тураһында уйлаймы?

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев “Тик-ток”та матур йөкмәткеле видеояҙма менән уртаҡлашты.

“Бөтә ғаилә минең елкәлә” тип шаяртып яҙҙы Рөстәм. Видеояҙмала беҙ Нәбиевтәрҙең күңелле ял иткән мәлен күрәбеҙ. Кәләше Индираны, ҡыҙҙарын елкәһендә ултыртып йөрөткәндән һуң Рөстәм Нәбиев: “И-ии, бәпәйҙәр. Тағы берәү кәрәк!” – тип һығымта яһаны.

Индира “Юҡ, кәрәкмәй”, тип яуаплаһа ла, барыһы ла Хоҙай ҡулында. Көслө рухлы Рөстәмгә һәм уның матур ғаиләһенә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: content-4.foto.my.mail.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас