Социаль мәсьәлә
15 Ноябрь 2022, 14:27

Өлкәндәр бушлай сәйәхәт итә

Ошо хаҡта белеү фарыз.

“Туризм” милли проектына ярашлы, былтыр сентябрҙә Башҡортостанда өлкәндәр өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты ғәмәлгә индерелгәйне.

Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетынан белде­реүҙә­ренсә, был программа Башҡортостан биләмә­һендә урынлашҡан турист объекттары, шулай уҡ музейҙар, дини объекттар, усадьбалар буйлап бер-ике көнлөк сәфәрҙәрҙе күҙ уңында тота. Экскурсиялар йәйәү һәм автобустарҙа ойошторола. “Башҡорт­останда оҙон ғүмер. Туризм” проекты унда ҡатнашыу­сыларға республи­кабыҙҙағы тәбиғәт “ынйылары”, мәҙәни мираҫ тураһында мәғлүмәт еткерергә булышлыҡ итә.

Туризм буйынса дәүләт комитеты социаль турҙы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципаль райондар, ҡала округтары менән берлектә тормошҡа ашыра. Был эштә шулай уҡ Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, “Торатау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге ҙур ярҙам күрһәтә.

Туризм буйынса дәүләт комитеты белгестәре әйтеүенсә, экскурсия хеҙмәтенә автобусты ҡуртымға алыу, турҙа ҡатнашҡандарҙы страховкалау, музейҙарға барыу, ҡала йәки аныҡ район буйлап гид менән күҙәтеү экскурсияһында йөрөү инә. Сәфәр барышында өлкәндәр үҙҙәренең аҡсаһына (200-300 һум) туҡлана. Туристик сәфәрҙә ир-егеттәр – 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән бушлай ҡатнаша ала. Проект буйынса йылына бер тапҡыр сәйәхәткә сығырға мөмкин.

Унда ҡатнашыу өсөн долголе­тие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы маршрутты, көндө һайлап, турға яҙылырға кәрәк. Шулай уҡ был мәсьәлә буйынса үҙегеҙҙең район, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас