

2 – 10 декабрҙә Рәсәйҙә “Уңайлы мөхит” исеме аҫтында тоталь тест уҙғарыла. Был сара иғтибарҙы инвалидлығы булғандарҙың хоҡуҡтарына һәм ихтыяжына йәлеп итеү өсөн ойошторола.
Тоталь тест Мәскәү ваҡыты менән 2 декабрҙә 10.00 – 12.00 сәғәттә башлана. Һорауҙарҙы почетлы спикерҙар бирәсәк. Бынан тыш, ошо көндән алып 10 декабргә тиклем һәр кем үҙаллы яуап бирә ала. Теләге булғандарҙең үҙҙәрен был сарала һынап ҡарау мөмкинлеге бар. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙе күҙәтә барығыҙ һәм саранан ситтә ҡалмағыҙ.
Инвалидтар декадаһы осоронда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә инклюзив аралашыу һәм уңайлы мөхитте ойоштороу буйынса белемде тикшереү буласаҡ, шулай уҡ инвалидтарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән мәғариф саралары, акциялар ойошторола.
Фото: yonski-school-4.ucoz.ru