

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте. Унда Запорожье өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Балицкий Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдергән: “Запорожье өлкәһендә Башҡортостан Республикаһынан дүртенсе күсмә медицина бригадаһы эшен тамамлай. Бер ай эсендә медицина хеҙмәткәрҙәре өлкәлә йәшәгәндәгә ярҙам итте. Өҫтәүенә, белгестәр ҙә, Рәсәй Федерацияһында ҡабул ителгән диагностикалау һәм дауалау протоколына ярашлы, үҙ квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә эйә булды.
Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, гинекологтар, нейрохирургтар һәм башҡа белгестәр Запорожье өлкәһендә йәшәгәндәр өсөн 700 тирәһе консультация, 240-тан ашыу әмәлиәт һәм башҡаларҙы атҡарҙы.
Бөгөн төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй, дауаханалар медицина ҡорамалдарына мохтаж, әммә мин пациенттарын ташламаған, эш урынында ҡалған һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән коллегалары менән эшләгәндәргә рәхмәт белдерәм.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Николаевич Павловҡа рәхмәт әйтәм. Тап уның башланғысы менән медицина десанты тупланды. Тағы күсмә медицина бригадаһы етәксеһе Урал Марат улы Абдуллинға һәм ашығыс операциялар яһаған, Запорожье өлкәһе халҡына квалификациялы ярҙам күрһәткән табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт”.
Фото: видеонан скриншот.