Социаль мәсьәлә
18 Ноябрь 2022, 09:45

Был йәһәттән эш икенсе йыл бара

Башҡортостан Тимченко фондының Балалар именлеге индексын эшләү буйынса пилот проектында ҡатнаша.

Был йәһәттән эш икенсе йыл бараБыл йәһәттән эш икенсе йыл бара
Был йәһәттән эш икенсе йыл бара

Башҡортостан Рәсәйҙең Тимченко фонды Балалар именлеге индексын эшләү буйынса тикшереүҙәр үткәргән һигеҙ төбәк араһына инде. Балалар именлеге индексы – Рәсәйҙәге балалар тормошон мәғариф, сәләмәтлек, матди хәл, хәүефһеҙлек, социаль мөнәсәбәттәр кеүек алты доменға берләштерелгән 18 күрһәткес буйынса баһалана.  

17 ноябрҙә Өфөлә 2022 йылда Балалар именлеге индексын баһалау буйынса “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүе ойошторолдо. Унда Тимченко фонды генераль директоры Мария Морозова, фонд аналитиктары Элина Тимченко һәм Иван Тарасов (онлайн форматта), республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һәм башҡалар ҡатнашты. 

- Башҡортостандағы балалар именлеге индексын иҫәпләү буйынса эш икенсе йыл бара. Беҙ республика кимәлендә лә, шулай уҡ аныҡ муниципалитеттарҙа ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу йәһәтенән практик аҙымдар яһаныҡ. Һис шикһеҙ, был мәғлүмәттәрҙе “Ғаиләгә һәм балаға дуҫлыҡлы ҡала”, - тине Анна Таболина.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас