

Беҙ һуңғы осорҙа реабилитация һәм абилитация тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәр һәм балаларҙы ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырып, яңы күнекмәләргә өйрәткән хеҙмәттәрҙе үҙ эсенә алған үҙәктәр иңдәренә мөһим бурысты йөкмәй. Социаль-көнкүреш, социаль-мөхит, социаль-педагогик һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеү төшөнсәләре ҡорораҡ һәм аңлайышһыҙыраҡ яңғырағандай тойолһа ла, уларҙың инвалидтарҙың йәшәү һәләттәрен тергеҙеүгә һалған хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ.
Беҙ быны Стәрлебаш районында быйыл август айында асылған, яңыртылған бинала тәүге аҙымдарын яһаған реабилитация үҙәге филиалында үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, балалар һәм үҫмерҙәр менән аралашып, ниндәй ҙур әһәмиәтле эш башҡарылғанына инандыҡ. Реабилитация филиалы Күмертау ҡала реабилитация үҙәгенең структур подразделениеһы, күп профилле дауалау-иҫкәртеү учреждениеһы булып тора. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, республика бюджетынан үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә буш торған бинаны капиталь ремонтлауға, унда реабилитация үҙәге асыуға аҡса бүленә. Ҡарар ваҡытлы һәм төптән уйланылған, сөнки бинаның район дауаханаһына күршеләш, социаль объекттарға – парк, мәктәп, мәҙәниәт йорто, ижад йортона яҡын һәм сәнәғәт зонаһынан ситтә урынлашыуы ҙур уңайлыҡ тыуҙыра.
Үҙәктең төп маҡсаты – инвалид балаларҙың организм функцияларын тергеҙеү һәм уларға тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү. Үтә нескә, ҙур сабырлыҡ һәм көслө теләк талап иткән, күҙгә артыҡ ташланмаған, әммә үлсәмдәргә һыймаған оло эш был. “Социалләштереү” терминын XIX быуатта Америка социологы менән француз психологы мөхит йоғонтоһонда шәхестең үҫешен билдәләү өсөн индерә.
Хәҙерге XXI быуатта ла был төшөнсә әһәмиәткә эйә, уның өҫтөндә ғалимдар, психологтар, педагогтар, табиптар даими эшләй. Бик оҙайлы процесс ул – социалләштереү, тип иҫәпләй белгестәр, был айырыуса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ныҡ ҡағыла. Бала саҡтағы социалләштереүҙән артабанғы “өлкән” тормоштоң нисек буласағы күҙаллана. Улың йәки ҡыҙыңдың дуҫ-ише булырмы, улар үҙҙәрен кеше араһында лайыҡлы тота, бәхәстәрҙе хәл итә алырмы, үҙаллы йәшәргә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа көс табырмы – был һорауҙар ҡайһы ата-әсәне генә борсомай? Беҙҙең һәр беребеҙ йәшәү барышында әллә күпме социаль нормаларҙы, мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, бергәләп йәшәргә, аралашырға өйрәнә. Реабилитация үҙәктәре тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә, баланың шәхси мөмкинлектәрен тулыһынса асыҡларға һәм үҫтерергә ынтыла.
Заманса ҡорамалдар һәм яңы йыһаздар менән тәьмин ителгән реабилитация үҙәге Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән балаларҙы ҡабул итәсәк. Ул 27 балаға иҫәпләнгән, йыл аҙағына тиклем 263 үҫмер бында ике аҙна дауамында дауаланасаҡ, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Киләһе йылда үҙәк ихатаһында уйын зонаһы һәм спорт майҙаны булдырыу планлаштырыла. Ҡатмарлы пандемия осоро булыуға ҡарамаҫтан, бинаны капиталь ремонтлауға мөмкинлек табыла, республика бюджетынан 33,4 миллион һум, йыһазландырыуға 4,5 миллион һум аҡса тотонола.
– Бинаға дүрт ай эсендә капиталь ремонт яһалды, хәҙер уны танырлыҡ та, иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел, – ти филиал етәксеһе Фаил Зөфәр улы Яруллин. – Район үҙәгендә урынлашыуы биләмәлә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла балаларға ҡатнашырға мөмкинлек бирә.
Етәксенең әйтеүенсә, үҙәктә инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән аңлашып эшләй белгән, тәжрибәле логопед-психологтар, невролог һәм педиатрҙар хеҙмәт итә. Шуларҙың береһе логопед Эльнара Булатова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң, үҫмерҙәрҙең телмәрен үҫтереү, тотлоғоуҙарҙы бөтөрөү, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү буйынса мөһим эш башҡара.
Физкабинет хужабикәһе, юғары категориялы шәфҡәт туташы Әлфиә Халиҡова иһә табиптар тәғәйенләгән процедураларҙы башҡара. Ингаляция, магнит терапияһы, электрофорез, массаж яһау өсөн бөтә кәрәкле ҡорамал менән йыһазландырылған бүлмәлә кескәй пациенттар ҙа күренә. Өлкән шәфҡәт туташы Зөлфиә Әминева ҡабул итеү бүлмәһе, изолятор, дарыуҙар кабинеты менән таныштыра. Эштәрен һөйөп, балаларҙы үҙенекеләй яратып, бөтә күңелен һалып башҡарған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланыуҙан, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Комплекслы реабилитация буйынса белгес Розалия Ғәлиева балаларҙың хәтерен яҡшыртыуға, фекерләү ҡеүәһен арттырыуға ыңғай йоғонто яһаған, кешенең һиҙемләү ағзаларына тәьҫир иткән сенсор кабинетына әйҙәне. Яҡтылыҡта, төҫтәрҙә, музыкала һәм хуш еҫтәрҙә беҙ белмәгән серҙәр күп икән. Белгестең әйтеүенсә, яҡтылыҡ һәм төҫ терапияһы күҙҙәргә тәьҫир итә. Йомшаҡ яҡтылыҡ – тыныслыҡ, сағыу яҡтылыҡ – ҡуҙғытҡыс. Төҫтәрҙең үҙ функцияһы бар, мәҫәлән, ҡыҙыл – дәртләндереү, ҡыҙғылт-һары – тергеҙеү, һары – хәл индереү... Тауыш терапияһы ишетеүгә йоғонто яһай. Массаж өсөн ҡорамалдар ҡулланыу мускулдар көсөргәнешенән ҡотҡара, ҡан әйләнешен яҡшырта. Бүлмәләге йомшаҡ пуфиктар, ҡоро ямғыр, музыка, аҫылмалы конструкциялар балаларҙағы психик көсөргәнеште йомшартыусы релаксация үткәреүгә ярҙам итә. Дауалау физкультураһы инструкторы Ирина Нуриманова балаларҙың тренажерҙарҙа, ҡоро бассейнда күнекмәләр үтеүгә ҙур ҡәнәғәтлек менән йөрөүен билдәләне.
Учреждениеның эшен йәнләндереүгә “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә лайыҡлы өлөш индерә, улар үҫмерҙәр янына яңы идеялар, күнекмәләр менән килә. Яңыраҡ янғын һүндереү часы һәм хеҙмәте вәкилдәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эвакуация буйынса күнекмәләр үткәрҙе. Балалар өсөн был да иҫтә ҡалырлыҡ фәһемле ваҡиға. Күнекмәләрҙә хеҙмәткәрҙәр ҙә, балалар ҙа әүҙем ҡатнашып, белгестәр ярҙамында алты минут эсендә бинанан сығарылды, аҙаҡ сараға анализ яһалды. Янғын һүндереү ҡорамалдары менән танышыу ҙа үҫмерҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн йомоҡ, баҙнатһыҙ ғына балаларҙың асылып китеп, коллективта үҙ урынын табыуы, һәр сарала ҡатнашырға тырышыуы көтөп алынған шатлыҡ. Ата-әсәләр балаларын тәрбиәләүҙә ышаныслы ярҙамсы, таяныс булған үҙәк хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәт белдерә. “Шундай берҙәм коллектив туплағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Фаил Зөфәр улы, – тип яҙа Яҙгөлдөң әсәһе. – Һеҙгә тәүге тапҡыр мөрәжәғәт иттек һәм хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең ни тиклем миһырбанлы, шәфҡәтле булыуына ғәжәпләндек. Һәр көн беҙҙе йылмайып ҡаршы алалар һәм балабыҙҙың көнө нисек үткәне, ниндәй асыштар яһағаны тураһында тәфсирләп таныштыралар. Бындай үҙәктең булыуы беҙҙең өсөн ҙур ярҙам! Коллективта эшләгән һәр кемгә – тәрбиәселәргә, ашнаҡсыларға, йыйыштырыусыларға, һаҡсыларға рәхмәт белдерәбеҙ!”
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Стәрлебаш районы