Социаль мәсьәлә
18 Ноябрь 2022, 14:00

Ил Президенты исеменән наградалар тапшырылды

Махсус хәрби операцияла ла алғы һыҙыҡта, әлбиттә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусылар.

Ил Президенты исеменән наградалар тапшырылдыИл Президенты исеменән наградалар тапшырылды
Ил Президенты исеменән наградалар тапшырылды

18 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар” һәм Ҡырым Лукаһы ордендарын тапшырҙы.

Андрей Назаров медицина хеҙмәткәрҙәренең изге хеҙмәтенең ябай ғына түгеллеге, ә оҙайлы уҡыу, даими камиллашыу, фиҙакәрлек, сикһеҙ изгелек талап итеүе хаҡында белдерҙе.

- Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре эше өсөн лайыҡлы шарттар һәм пациенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше өсөн һиҙелерлек ресурстар бүләбеҙ. Быйыл финанслау күләме 106 миллиард һумдан аша. Дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөйбөҙ, ҡорамалдар, транспорт һатып алабыҙ. Быйыл Бөрөлә, Саҡмағошта поликлиникалар асылды. 59 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. 1,5 миллиардҡа яҡын һумлыҡ ҡорамалдар һатып алдыҡ. Медицина ойошмаларына 98 санитар автомобиль бирҙек. Йыл аҙағына тиклем тағы 18 машина тапшырасаҡбыҙ, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр шулай уҡ киләсәктә лә Хөкүмәттең пландарында һаулыҡ һаҡлауҙың төп урын биләүен әйтте. Яҡындағы өс йылда йәнә биш поликлиника төҙөлөшө, 300-ҙән ашыу модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 40 табип амбулаторияһы барлыҡҡа килеүе планлаштырыла.

Рәсәй армияһы Украинала махсус хәрби операция үткәрә. Һәм алғы һыҙыҡта, әлбиттә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусылар. Улар – хирургтар, анестезиологтар-реаниматологтар, фельдшерҙар, терапевтар, шәфҡәт туташтары.

- Донбасста эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре 63 меңдән ашыу пациентты ҡабул итте. Уларҙың яртыһынан ашыуы – балалар. 60 меңдән күберәк диагностика тикшереүе һәм 600-ҙан ашыу әмәлиәт үткәрелде, - тине Премьер-министр. - Бөгөнгө наградалар – һеҙҙең фиҙакәр һәм ауыр хеҙмәтегеҙҙе, компетентлығығыҙҙы, профессионаллегегеҙҙе, һаулыҡ һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға индергән тос өлөшөгөҙҙө таныу ул, - тине ҡотлау һүҙендә Андрей Назаров.

Фото: рravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас