Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Ноябрь 2022, 10:30

Соня йырлай башлаған...

 Әле уға биш кенә йәш, шулай ҙа әсәһе әле үк уны мәктәпкә алырҙармы икән, тип борсола...

Соня йырлай башлаған...
Соня йырлай башлаған...

2020 йылда  бөтә Башҡортостан халҡы Стәрлетамаҡ районында йәшәгән был бәләкәй генә ҡыҙҙың яҙмышын күҙәтте, борсолдо, ҡыҙыҡһынды, ярҙам итте.  Соня Ғиззәтуллина һирәк осрай торған генетик үҫеш тайпылыштары менән тыуған, шунлыҡтан ҡул һәм аяҡтарындағы бармаҡтары ҡушылып үҫкән, баш һөйәге һәм бит һөйәктәре формаһын юғалтҡан. Ҡыҙ ҡаты аҙыҡтарҙы ашай ҙа, аңҡауы ярыҡ булғанлыҡтан, яҡшы һөйләшә лә алмаған. Ҡиәфәте ғәҙәти булмаған  үҙенсәлекле Соняны балалар баҡсаһына алмағандар. Уның яҙмышы матбуғат биттәренә эләккәндән һуң ҡыҙҙың тормошо кинәт үҙгәрә башланы. Соняға балалар баҡсаһында урын бирҙеләр, бысраҡ , бәләкәй генә, йоҡларға карауаты ла булмаған өйҙән әсәһе менән яңы уңайлы фатирға күстеләр. Хәҙер ул нисек йәшәй?

 Ирекмән Регина Биргулиева әйтеүенсә, ҡыҙҙы хәҙер танырлыҡ та түгел. Һөйләшә лә алмаған ҡыҙыҡай хәҙер хатта йырлай башлаған! Соня ҙур теләк менән балалар баҡсаһына йөрөй,яңы дуҫтары күп, улар менән бергә йырлай, ҡул эштәре менән мауыға, башҡалар кеүек шаяра, йылмая һәм көлә. Әле уға биш кенә йәш, шулай ҙа әсәһе әле үк уны мәктәпкә алырҙармы икән, тип борсола. Уҡытыусыларҙың да “балаларҙы ҡурҡытып ҡуймағайы”тип,  алмауы мөмкин, тигән шиге бар.  Иң мөһиме, бармаҡтары ҡушылып үҫкән ҡулдар менән дә уйнарға, һүрәт төшөрөргә, пластилиндан әүәләргә өйрәнеп булыуын Соня раҫланы. Бары тирә-яғыңда уны яратҡан, ярҙамға килергә әҙер торған кешеләр булһын. Иғтибарлы мөнәсәбәт һәм  ихлас һөйөү  мөғжизәләр тыуҙыра!

Фото:Ufa.kp.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: