Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында социаль туҡланыуҙы ойоштороу тураһында” Закон ҡабул итте.
– Законда республикала социаль туҡланыу төшөнсәһе, уны ойоштороу маҡсаты һәм тәртибе билдәләнә. Был бөтә социаль туҡланыу ойошмаларына берҙәм талап системаһын раҫларға, ошо өлкәлә хеҙмәттәр сифатын яҡшыртырға, баҙарҙы конкурентлыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.
Законға ярашлы, социаль туҡланыу – республика, урындағы бюджеттар иҫәбенә тулыһынса йәки өлөшләтә финансланған ойошмаларҙа граждандарҙың айырым категорияларын туйындырыу ул. Константин Толкачев әйтеүенсә, әлегә тиклем был өлкәләге хәүефһеҙлек мәсьәләләре генә ҡанундар менән көйләнгәйне.
– Туҡланыу индустрияһы предприятиелары СанПиН документтарына ярашлы эшләне. Уларҙың маҡсаты – халыҡ араһында йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау. Ләкин туҡланыу хәүефһеҙ генә түгел, бер үк ваҡытта сифатлы һәм баланслы ла булырға тейеш. Бының өсөн аныҡ нормативтар һәм хаҡты иҫәпләүҙең аңлайышлы алымы кәрәк. Өҫтәүенә, ҡулланыу баҙарындағы хаҡ динамикаһын иҫәпкә алып, был күрһәткесте йыл һайын ҡайтанан ҡарау фарыз. Ҡыҙғанышҡа ҡаршы, ҡайһы бер муниципаль берәмектәр ете йыл дауамында социаль туҡланыу хаҡына төҙәтмә индермәгән. Берҙәм ҡараштың булмауы арҡаһында айырым муниципаль ойошмаларҙа туҡланыуҙың сифаты йылдан-йыл насарая, республика буйынса бер типтағы ойошмалар араһында айырма арта. Хаҡтар араһында айырма байтаҡ. Мәҫәлән, Бүздәк районындағы балалар баҡсаларында туҡланыу хаҡы көнөнә – 85 һум, ә Өфө районында – 153 һум. Бындай хәл булмаҫҡа тейеш.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе белдереүенсә, ошо өлкәне ҡануни көйләүҙе камиллаштырыу республика халҡының һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: gsrb.ru/ru/press-center/news/117113/