Стәрлетамаҡта һәм Ишембайҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһының иң эре компанияларында асыҡ кадрҙар туплау ойошторола.
1 декабрҙә Көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге үҙәге майҙансығында “Алға” (“Аркада” һәм “ЗАСПОРТ”) махсус иҡтисади зонаһының ҙур компанияларында әңгәмәләр ойошторола. Асыҡ кадрҙар һайлап алыу сиктәрендә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында эш биреүселәр эш эҙләүселәргә 800-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итәсәк.
– Асыҡ кадрҙар һайлап алыу – ул вакантлы урындарға хеҙмәткәрҙәр һайлауҙың яңы форматы, – тип аңлата Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Бындай сара барышында эш биреүсе компания, хеҙмәт шарттары менән таныштыра, эш эҙләүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә, шунан һуң ҡыҙыҡһынған кандидаттар менән шәхси интервью үткәрә. Әңгәмә аҙағында һәр ҡатнашыусы компания вәкиленән кире бәйләнеш ала. Һайлап алыу ваҡытында эш биреүселәр потенциаль хеҙмәткәрҙәрҙең тәртибен һәм тере реакцияларын баһалай, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Эш эҙләүселәрҙең эш биреүселәр менән туранан-тура аралашыу, хеҙмәт шарттарын тикшереү, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярашлы вакансия табыу мөмкинлеге бар. Бындай формат компанияларға күп вакансияларҙы тиҙ арала ябырға һәм компетентлы, квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алырға ярҙам итә.
Эшсе махсус кейем етештереү буйынса эшмәкәрлек алып барған “Аркада” компанияһы, спорт кейеме тегеүгә махсуслашҡан “ЗАСПОРТ” фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте буласаҡ хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡы, уңайлы хеҙмәт шарттары, тулы социаль пакет, уңайлы эш графигы, карьера үҫеше мөмкинлеге тәҡдим итә.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһының ике резиденты өсөн 800-гә яҡын тегеүсе талап ителә. Уларҙы әҙерләү өсөн “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә бушлай уҡыуға граждандар ҡабул итеү ойошторолған. Уҡытыу һәм остазлыҡты тегеү эшендә профессионалдың аяҡҡа баҫыу осорона тиклем тәжрибәле оҫталар алып бара. Был программа сиктәрендә 293 белгес әҙерләнгән һәм эшкә урынлаштырылған.
Билдәләп үтергә кәрәк, граждандарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн республиканың башҡа ҡала-райондарынан эш эҙләүселәр өсөн яңы предприятиеларҙағы вакансиялар тураһында мәғлүмәт менән Стәрлетамаҡ, Ишембай хакимиәттәрендә һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә сараға онлайн тоташтырыу өсөн майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19568/