Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған республика акцияһын үткәрә.
Республикала эш биреүселәрҙе инвалид кешеләрҙе эшкә алыуға дәртләндереү өсөн уларҙың стажировкаһына һәм эш урындарын йыһазландырыуға аҡса бүленә. Программа ғәмәлгә индерелгәндән алып биш йыл эсендә инвалидтарҙы стажировкалау сараларында 600 кеше ҡатнашҡан. Йәнә 110 эш урынын йыһазландырыуға быйыл 9,5 миллион һум субсидия бирелгән.
– Әлеге акцияның төп маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың көнүҙәк проблемаларын асыҡлау һәм уларға төрлө яҡлап ярҙам итеү, ошо категориялағы граждандар өсөн мәшғүллек үҙәктәре үткәргән саралар (эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙарында социаль яраҡлашыу, һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге) тураһында мәғлүмәт биреү, – тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Уларҙы социаль яраҡлаштырыу мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн аҙна буйы район, ҡалаларҙағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә төрлө саралар, шул иҫәптән вакант эш һәм уҡыу урындары йәрминкәләре, эш биреүселәр, медицина-социаль экспертиза бюроһы, хакимиәт вәкилдәре менән берлектәге “түңәрәк өҫтәлдәр”, эш эҙләү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре, инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн һөнәр һайлау буйынса йүнәлеш биргән саралар ойошторола.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19573
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19573/