Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Дим районында "Орбита" ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһының етештереү майҙансығында булды. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау өсөн медицина ҡорамалдары әҙерләйҙәр һәм етештерәләр.
Төбәк етәксеһе етештерелгән продукция менән танышты, шулай уҡ күсмә "Сәнәғәт сәғәте" үткәрҙе. Унда профилле ҡорамалдар етештереүселәргә ярҙам саралары тикшерелде. Предприятиены ҡараған саҡта "Орбита"ның генераль директоры Марсель Ғиниәтуллин коллективтың 1995 йылда умыртҡа һөйәгенең мускул-бәйләнеш аппаратын һуҙыу һәм массажлау өсөн автоматлаштырылған комплекстарҙы сериялы сығара башлауы тураһында һөйләне. 2018 йылдан иһә компания интеллектуаль идара итеү системалы тренажёрҙар етештерә. Дауалау-диагностикалау комплексы дүрт тренажерҙан тора, улар берҙәм серверға тоташа.
"Беҙҙең ҡорамал умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын дауаларға мөмкинлек бирә. Тренажёрҙарҙа шөғөлләнеү һыҙланыуҙы ғына баҫып ҡалмай, сирҙең сәбәбен бөтөрә. Шулай уҡ беҙ был техника менән эшләйәсәк табиптарҙы, белгестәрҙе уҡытабыҙ", - тине Марсель Ғиниәтуллин.
Радий Хәбиров лазер менән ҡырҡыу цехын, йыйыу участкаһын, техник контроль бүлеген, конструкторҙар бюроһын, продукция өлгөләрен ҡараны. Предприятие изделиелары Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
"Сәнәғәт сәғәте" ултырышында Марсель Ғиниәтуллин "Орбита"ның тренажёрҙар сығарыуҙы арттырырға ниәтләүе хаҡында хәбәр итте. Бының өсөн 2023 йылда яңы бина төҙөү һәм унда технологик ҡорамалдарҙы монтажлау фарыз. Техника һатып алыуға яҡынса 45 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Производствоны үҫтереү өсөн электр менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә, предприятие биләмәһенә газ үткәргес һуҙырға кәрәк. Башҡортостан Башлығы республиканың Сәнәғәт министрлығына ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән берлектә ошо мөмкинлектәрҙе өйрәнергә ҡушты. "Һеҙ медицина тармағы, халҡыбыҙ өсөн кәрәкле продукция сығараһығыҙ. Бындай предприятиеларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ", – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru