Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса “Буйһонмаған Донбасс балаларына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға – Яңы йыл бүләктәре” хәйриә акцияһы башланды. Был башланғыс 2015 йылдан тормошҡа ашырыла, быйылдан акцияның атамаһына “махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға” тигән һүҙҙәр өҫтәлде.
Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, Йәмәғәт палатаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Ветеран Башкортостана” гәзите, Өфөнөң Киров районындағы Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ойошторҙо.
“2015 йылдан Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч районы һәм фронт янындағы биләмәләр халҡына бүләк йыйып тапшырабыҙ. Махсус хәрби операция башланғас, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” девизы аҫтында тормошҡа ашырылған хәйриә эшмәкәрлегебеҙҙең әһәмиәте тағы ла арта төштө, – тине Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. –Республикалағы министрлыҡтарҙы, ведомстволарҙы, депутаттар корпусын, ирекмән ойошмаларын һәм йәмәғәтселекте ошо изге эштә әүҙем ярҙам итергә саҡырабыҙ”.
Бүләк йыйыу 18 декабргә тиклем дауам итә. Гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәренең адресы, Донбасс балаларына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бүләктәр исемлеге, аҡсалата ярҙам күрһәтеү өсөн реквизиттар менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында (https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/500907 ) танышырға мөмкин.
Фото: op.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru