Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт кәңәшмәһендә Килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар һанын кәметеү төбәк программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр.
- Башҡортостанда Килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар һаны, 2017 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға (12,3-тән 6,2 процентҡа тиклем) кәмергә тейеш. 2020 йылдан республикала Килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар һанын кәметеү төбәк программаһы эшләй. Уны биш блокка бүлергә мөмкин. Беренсе блок – граждандар килемен күтәреү. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса төбәк органы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғинуар – сентябрҙә эш хаҡы 46 827 һумға барып етте һәм, 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 15,6 процентҡа артты. Был Рәсәйҙәге уртаса тиҙлектән 2,8 процент пунктына юғарыраҡ, - тине Андрей Назаров.
Яңы эш урындарын булдырыу – эш хаҡын арттырыу инструменттарының береһе. Төбәк программаһына ярашлы, ағымдағы йылда 15 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килергә тейеш.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, эш хаҡының артыуына мәшғүллекте легалләштереү ҙә булышлыҡ итәсәк.
Төбәк программаһының икенсе блогы – тауар менән хеҙмәттәргә хаҡты тотороҡландырыу.
Өсөнсө блок – мохтаж граждандарға социаль ярҙам системаһы үҫеше. Дүртенсеһе социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам булһа, бишенсе блок – аҙ килемле граждандарҙы социаль адаптациялау.
Фото: pravitelstvorb.ru