Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Декабрь 2022, 17:30

14 йыл көткән асҡыс ҡулда!

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы һәм яңы инвестор араһында килешеү төҙөлөүе эште яйға һалды. 

14 йыл көткән асҡыс ҡулда!
14 йыл көткән асҡыс ҡулда!

 Өфөлә алданған өлөшсөләр һаны тағы 24 кешегә кәмене. Булмаған биналарҙа, төҙөлмәгән торлаҡ комплекстарында фатир һатып алған кешеләр намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында көтөлмәгән  бәләгә тарыны, аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡалды. Шуларҙың иҫәбендә баш ҡаланың Ленин, Ғафури урамдарындағы йорттар ҙа бар. Төҙөлөш  һәм архитектура министрлығы һәм яңы инвестор араһында килешеү төҙөлөүе эште яйға һалды.  Яңы хужа –“Агидель-ИнвестСтрой” “Белые росы” торлаҡ комплексындағы әҙер фатир асҡыстарын  оҙаҡ йылдар фатирҙарын көткән кешеләргә тапшырҙы.

Пенсионер Анна Ямалиеваның шатлығын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, ул бит был көндө 14 йыл буйы көттө! Ул саҡта ике бүлмәле фатирҙы, биҙәү эштәрен тамамлап, тулыһынса әҙер көйө тапшырырға тейештәр ине. Яңы фатирҙа биҙәү эштәре башҡарылмаған, әммә  уның майҙаны 14 квадрат метрға ҙурыраҡ! Ошо ваҡыт эсендә  пенсионерҙың тормош иптәше лә вафат булған.”Ул саҡта эшләй инек әле, эшкә йөрөргә яҡын булыр тип, ошо йорттан алырға булғайныҡ”,- ти Анна Ямалиева.

100 миллион һумдан ашыу торған 24 фатир өсөн төҙөүсе министрлыҡтан бынан кәмерәк хаҡҡа ер участкаһы алған. Инвестор бирелгән биләмәнән  2024 йылға тиклем файҙа ала алмай. 2023 йылға тиклем Өфөлә тағы ла ун кешенең фатир мәсьәләһен хәл итергә тейештәр.

Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: