Өфөлә ҡасандыр “Капитал-Хаус”, “Диал”, “Спектр” яуплылығы сикләнгән йәмғиәттәр кеүек намыҫһыҙ компанияларҙың булмаған торлаҡ комплекстарынан торлаҡ һатып алып алданған өлөшсөләр иҫәбендәге 14 ғаиләгә фатир асҡысы тапшырҙылар. Күләмле инвестиция проектына ярашлы, “Ағиҙел-ИнвестСтрой” махсус төҙөлөш ойошмаһы Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән килешеү буйынса өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙҙе. Ул 24 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итте.
– Инвестиция проекты уңышлы һәм ваҡытынан алда тормошҡа ашырылды, тип әйтергә мөмкин. 24 ғаиләнең барыһы ла, компенсация участкаһында төҙөлөш тамамланғанын көтмәйенсә, фатирлы булды, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Мәғлүм булыуынса, быйыл ғинуарҙа Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы “Ағиҙел-ИнвестСтрой” йәмғиәте менән килешеү төҙөгәйне. Уға ярашлы, йәмғиәт сауҙалашыу үткәрмәйенсә төҙөлөшкә ер участкаһын ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә булды.
– Граждандарҙың күбеһе торлаҡты 16-шар йыл көткән, шуға күрә беҙ компенсация участкаһында йорт төҙөлөшө тамамланыуын тағы ла өс йыл көтмәйенсә, уларға “Аҡ ысыҡ” торлаҡ комплексының яңы йорттарынан торлаҡ бирергә булдыҡ, – тине “Ағиҙел-ИнвестСтрой йәмғиәтенең генераль директоры Филүс Ишбулатов.
Йыл башынан Башҡортостанда ике меңдән ашыу алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән: Ошо йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru