Өфө ҡалаһының Әй урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәгән Алида Насырова фатирында бүре аҫрай икән. Был хаҡта «Башҡортостан/Яңылыҡтар» порталы яҙып сыҡҡан, видеорепортаж менән дә бүлешкән. Бүрене ҡатын 28 көнлөк сағынан алып тәрбиәләгән. Ике йәшлек Кира ҡушаматлы бүре питомникта тыуған, шуға ла ҡырағай мөхит менән таныш түгел, һунар итә лә белмәй, тип иҫәпләй Алида.
Ул башлыса эттәр кеүек, ит, һөт аҙыҡтары, йомортҡа ашай икән. Урамға сыҡҡанда уны ауыҙлыҡ кейҙереп, бау менән алып йөрөйҙәр. Бүре менән бер фатирҙа ҡатындың 8 йәшлек улы ла көн күрә. Улар бергә уйнайҙар, шаяралар, хатта олойҙар ҙа икән. Хайуандарға башлап зыян килтермәһәң, үҙҙәре бер ҡасан да башлап ташланмай, тип иҫәпләй Алида, шуға ла йыртҡыс хайуанды өйҙә тотоуҙа бер ҡурҡыныс та күрмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Фекерегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ.
Фото видеонан скриншот.