Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Декабрь 2022, 16:19

Әсә күңеле диңгеҙ кеүек...

“Баланың сире ғаиләбеҙҙе берләштерҙе”

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр ғаилә бәхетле, матур йәшәү өсөн тормош ҡора. Һөйөү тулы өйгә бер көн килеп ҡайғы ишек ҡағыр, тип бер кем дә уйламай.

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Люциә менән Салауат Солтановтарҙың да бәхеттәренә йәнә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы дүрт балаһы донъяға килә. Ике ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биргән ғаиләгә шатлыҡтарға сорналып ҡына йәшәргә яҙмай шул...

Табиптарҙың бер мәл Айзилә ҡыҙҙарына ҡуйған диагнозын ишетеү улар өсөн аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек тойола. Бигерәк тә атай кеше ауыр кисерә был яңы­лыҡты. Әммә ауырыу сабыйы менән ҡатынын яңғыҙы ҡалдырмай, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, башҡа балалары ла Айзиләне ҡыйыр­һытмай, уның өсөн өҙөлөп тора. Шуға күрә ҡыҙ бәләкәйҙән ғаиләлә бәхетле бала икәнлеген тойоп үҫә.

Бөгөн Айзиләгә 24 йәш, әле булһа бала холоҡло, сабыйҙарса эскерһеҙ һәм саф күңелле. Уның эске булмышы шул тиклем матур, һәр кемдең уй-кисерештәрен тоя, яһалмалыҡ менән ялғанды шунда уҡ айыра. Бөгөн ул – Луиза апаһының ҡыҙы Ринаға иң яҡшы әхирәт тә, серҙәш тә. Даян менән Раян ағайҙары ла – туғандары өсөн терәк һәм оло ярҙамсы.

– Ниндәй бармағыңды тешләһәң дә ауырта, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Йөрәк һыҙлатып тапҡан һәр бала әсә өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Айзиләнең сире ғаиләбеҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, яуаплылыҡ өҫтәне, туғанлыҡ хисен бермә-бер арттырҙы. Туғандары уның өсөн борсолоп тора, хәлен белешеп, теләген һәр саҡ үтәргә тырыша. Ҡыҙыбыҙ үҙен инвалид тип тоймаһын өсөн барыһын да ҡулыбыҙҙан килгәнсә эшләргә тырышабыҙ, күберәк ҡул эштәренә оҫта ул, – ти Люциә Миңнур ҡыҙы.

Ауырыу баланы ҡарау өсөн үҙеңә ихтыярлы, көслө булыу ҙа кәрәк. Балаларының сирле булыуын белгәс тә, күптәр бөгөлөп төшә, шунда уҡ уларҙан ҡотолоу юлын эҙләй. Люциә ханымдың сабырлы­ғына һоҡланырға ғына ҡала. Тормош ҡайһы саҡта миһырбанлы бәндәһенә бер-бер артлы һынауҙар ҡуя. Күп тә үтмәй, ғаиләгә йәнә бер оло һынау өҫтәлә: улар туған­дарының Эльвира менән Рубин исемле балаларын опекаға ала.

Шулай итеп, 2006 йылда Солтановтар ғаиләһе йәнә ике кешегә арта. Ул сағында Эльвираға 14 йәш була һәм ул да – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала. Ике инвалид ҡыҙҙы тәрбиәләүҙең, уларҙың көйөнә тороуҙың ауырлығын, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәреүен, янып-көйөүҙәрен Люциә ханым үҙе генә белә. Уның да сабыр ҡанаттары талып киткән осраҡтары була, әммә шул саҡта уға бар яҡлап ярҙамға әҙер торған ире, балалары әсә кешегә тауҙар атҡарырлыҡ көс бирә. Бик тәмле итеп бешеренергә ярата ул. “Ҡулымды онға тығыу менән бар ҡайғы-хәсрәттәрем тарала, ризыҡтарымды “бисмилла” әйтеп бешерәм, улар уңһа, балалар кеүек ҡыуанам. Айзилә һәм Эльвира менән бергә ултырып бәйләп, сигеп тә алабыҙ, уларҙы бар яҡлап дауалауҙы, массаж эшләүҙе лә онотмайбыҙ. Ҡыҙҙар өсөн өйҙә уңайлы шарттар тыуҙырылған, һау-сәләмәт кенә булһындар!” – ти ул.

Бына шундай оло йөрәкле, изге күңелле, сабыр һәм түҙемле әсәй йәшәй Хәйбулла яҡтарында. Боронғолар ҙа “Ауырыу бала баҡҡан өсөн һауап ауылға мәсет һалып биреүгә бәрәбәр” тип юҡҡа әйтмәгәндер, шуға күрә инвалид бала тәрбиәләгән әсәләргә ҡарата һәр беребеҙ миһырбанлыраҡ булһаҡ ине...

- Кәримә УСМАНОВА

Хәйбулла районы

Читайте нас: