Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Венер Иҙәкәев ниңә шатланған? Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш табип ошо ҡыуанысы менән ихлас уртаҡлашҡан. Ваҡиға, ысынлап та, һөйөнөслө, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре” хәбәрселәре.
“Бер аҙна эсендә Әлшәй районында биш ҡыҙ һәм өс малай донъяға килде! Уларҙың ата-әсәләрен ошо иң матур көн менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабыйҙарға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы аппетит, тыныс йоҡо теләйбеҙ!”– тип яҙа Венер Иҙәкәев.
Беҙ ҙә батыр улдар, матур ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләрҙе бәпестәре менән ҡотлап, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Фото: www.dmitrovtv.ru