+2 °С
Болотло
Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн сәк-сәк әҙерләгән, тип хәбәр итә "Башҡортостаным/яңылыҡтар" порталы.
Икенсе Этҡол ауылының "Йәйғор" ансамбле ҡыҙҙары, был изге эшкә тотоноп, ил һағында торған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән. "Күңел йылыһы һалып бешерелгән татлы сәк-сәктәр уларҙы аҙға ғына булһа ла йылытып ҡыуандырһын. Барыһының да тыуған яҡтарына имен-аман тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ", - ти улар.
Афарин, ҡыҙҙар! Изге теләктәргә ҡушылабыҙ!
Фото: "Башҡортостаным/яңылыҡтар".