Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Декабрь 2022, 11:00

Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт яҡшылыҡ еңә

Инвалидлыҡ коляскаһы кескәй ҡыҙға һәләттәрен үҫтерергә ҡамасау түгел

Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт  яҡшылыҡ еңә
Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт яҡшылыҡ еңә

Нәркәс Сирбаеваға туғыҙ йәш, ул Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Сәләмәтлек йәһәтенән хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, ул тулы ҡанлы тормошта йәшәй.

Нәркәс – бик талантлы бала: әкиәттәр ижад итә, матур итеп шиғырҙар һөйләй, йырлай, синтезаторҙа уйнай, һүрәт төшөрөргә ярата. Атаһы Илнур ҙа матур йырлай, ҡурайҙа уйнай, ошо һәләт ғаиләләге балаларға ла бирелгән.

Ҡыҙыҡай өй шарттарында белем ала. Уның һәләттәрен үҫтереүгә әсәһе Рәфилә Сирбаева ҙур көс һала, ҡыҙын төрлө сараларға, конкурстарға йөрөтөргә ваҡытын йәлләмәй.

– Нәркәс бәләкәйҙән һәләтле булды. Тик торған ерҙән әкиәт уйлап сығарып һөйләй, яҙып алып ҡына өлгөр. Шиғырҙарҙы тиҙ отоп ала. Музыка, фольклор, тарих менән ҡыҙыҡһына, шәжәрәһен ныҡлы өйрәнде, – ти әсәһе Рәфилә Ишбулды ҡыҙы. Әйткәндәй, Нәркәс уйлап сығарған матур әкиәттәрҙә һәр ваҡыт яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә.  

Ҡыҙыҡайҙың төрлө конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре лә бик тос. Былтыр ул “Минең шәжәрәм тарихы” республика конкурсында Гран-при яулаған, шулай уҡ “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсында ла еңеүсе булған. Ә ошо көндәрҙә Нәркәс Өфөлә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләгән балалар араһында үткәрелгән “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы еңеүсеһе булып танылды. Был бәйгелә ҡыҙыҡай “Урал батыр” эпосынан йөҙҙән ашыу юл һөйләгән. Нәркәс 150 ҡатнашыусы араһынан бөтә этаптарҙы ла уңышлы үтеп, 53 бала иҫәбендә финалға сыҡҡан һәм “Нәфис һүҙ” номинацияһында еңеүсе булып танылған. "Нәркәсте ошо конкурсҡа әҙерләүҙә булышлыҡ иткән етәксеһе - педагог Фәнүрә Азаматоваға һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Фәнис Рәхимовҡа ҙур рәхмәтлебеҙ", - ти әсәһе. 

Көслө рухлы ҡыҙға киләсәктә лә уңыштар, һаҡлыҡ теләйбеҙ. Яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын, әкиәттәрҙәге кеүек тылсымлы мөғжизәләр, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн һине, Нәркәс!

Фотолар: Сирбаевтарҙың ғаилә архивынан.

Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт  яҡшылыҡ еңә
Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт  яҡшылыҡ еңә
Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт  яҡшылыҡ еңә
Нәркәстең әкиәттәрендә һәр ваҡыт яҡшылыҡ еңә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: