Башҡортостанда логистик үҙәк булдырылған, ул мобилизацияланғандарҙы һәм доброволецтар батальондарын тәьмин итеү буйынса Донбасс төбәктәре менән туранан-тура эшләй. Республикала иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн 30 тирәһе төр ярҙам сараһы әҙерләнгән.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телекомпанияһы эфирында белдерҙе.
"Махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттәрҙең ғаиләләре республикала ҡалды. Беҙ уларҙы хәстәрләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Уларға ярҙам программаһын булдырҙыҡ, дөйөм алғанда, 30-лап төр сара бар. Һуңғы ҡарарҙарҙың береһе – мобилизацияланғандарҙың ғаилә ағзаларына 20-шәр мең һум аҡса бүләбеҙ. Был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ирҙәрҙән Яңы йылға бүләк һымаҡ буласаҡ", - тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: "Башинформ".