Бүздәк районы ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре йәш ғаиләне игеҙәк ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлап, ғаилә башлығына сабыйҙарҙың тәүге документын тапшырҙы.
Дамира һәм Илдар Шәриповтарҙың яңы тыуған сабыйҙары ғаиләлә икенсе һәм өсөнсөһө булды. Бәләкәстәрҙе өйҙә уларҙың дүрт йәшлек апайҙары Индира түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Игеҙәктәргә ата-әсәһе Ивилина һәм Ильвина тип исем ҡушты.
Ғаилә башлығы үҙен бик бәхетле тоя, бер аҙ тулҡынланыу кисерһә лә, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Ҡыҙҙарының тыуыу тураһындағы таныҡлығын ҡулына алған атай иңенә төшкән бурыстың ниндәй ҙур, яуаплы булыуын яҡшы аңлай. Сабыйҙарҙың сәләмәт, бәхетле булыуын, ата-әсәһен һәр саҡ шатландырыуын теләйбеҙ! Ҡыҙҙар йорт биҙәге ул, ғаилә йәме.
Быйыл Бүздәк районы ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре өсөнсө тапҡыр игеҙәктәрҙе теркәне.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.