Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса төбәк органы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл август-сентябрь айҙарында республикала эшһеҙлек кимәле өс процентҡа тиклем кәмегән.
Һөҙөмтәлә, мәшғүллек хеҙмәте барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып, йәғни 1991 йылдан, тарихи минимум яңыртылған. Шулай итеп, эшһеҙҙәрҙе теркәү алып барылғандан алып беренсе тапҡыр эшһеҙлек кимәле, Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда, түбәнерәк тип теркәлгән.
"Бөгөнгә 4,5 меңдән ашыу эш биреүсе мәшғүллек үҙәктәренә 43,5 мең вакансия тураһында хәбәр итте. Элекке кеүек, хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәре ҙур ихтыяж менән файҙаланыла", - тине Линара Иванова.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә өҫтәмә саралар өсөн 1,5 миллиард һум ҡаралған. Был республикалағы 30 мең тирәһе кешенең эшен һаҡлап ҡалыу һәм хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Автор фотоһы.