Яңауылдың 25 пенсионеры Бөрө ҡалаһына ойошторолған “Купецтарға ҡунаҡҡа” турында булып ҡайтты. Сәйәхәт “Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы. Туризм” проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Төркөм етәксеһе, йәштәр эштәре, социаль сәйәсәт һәм спорт бүлегенең баш белгесе Марина Соснина әйтеүенсә, Яңауыл пенсионерҙары сәфәрҙән сағыу тәьҫораттар менән ҡайтҡан. “Тур программаһы ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булды, тарих музейында, “Соколок” паркында булыу, Бөрө ҡалаһының тарихи урамдары менән танышыу оҙаҡ йылдарға иҫтә ҡаласаҡ”, – тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы. Туризм” программаһына ярашлы бушлай үткәрелгән экскурсияларҙа республиканың 55 йәштән өлкән һәр пенсионеры йылына бер тапҡыр ҡатнаша ала. Долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә мөмкин, тип тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә "Яңауыл таңдары" гәзите. Шулай уҡ муниципаль район, ҡала округы хакимиәтенә, урындағы ветерандар советы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була.
Фото: Марина Соснина.